+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Сәйәсәткә сәйәхәт
20 Апреля 2020, 03:38

Кешеләр һаулығын һәм ғүмерҙе һаҡлау ресурстары етерлек

Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, беҙҙең илдә коронавирустың таралыуы күҙәтеү аҫтына алынған. Был турала ул Пасха байрамы менән ҡотлау телмәрендә еткерҙе.

– Беҙ башҡа илдәрҙең тәжрибәһен иғтибарлап өйрәнәбеҙ, сит илдәге дуҫтарыбыҙ һәм хеҙмәттәштәребеҙ менән үҙ-ара әүҙем бәйләнештә торабыҙ. Илдә нимә барғанын аңлайбыҙ, хәүефте күрәбеҙ, хәлдең нисек үҫешеүенә ҡарамаҫтан, нимә эшләргә кәрәклеген беләбеҙ, – тине ул сығышында.
Ул шулай уҡ иҡтисадты күтәреү, кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса илдең бөтә кәрәкле ресурстары етерлек булыуын да билдәләне.




Читайте нас