+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәткә сәйәхәт
21 Апрель 2020, 15:37

Ҡыҙыу линияла – депутаттар

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡарары менән ҡанундарға аңлатма биреү маҡсатында ҡыҙыу линия эшләй башлай.

Коронавирус пандемияһы шарттарында халыҡҡа бындай ярҙам бик тә кәрәк.
– Урамда йөрөү сикләнгән, учреждениеларҙың байтағы эшләмәй йәки сикләнгән режимда эшләй. Әммә тормош дауам итә. Кешеләрҙә хоҡуҡи ярҙам алыуға мохтажлыҡ тыуып тора. Бигерәк тә торлаҡ, ғаилә, хеҙмәт ҡануниәтенә бәйле мәсьәләләр буйынса. Пандемия шарттарында граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуғы буйынса һорауҙар күбәйҙе. Әммә юристарға, адвокаттарға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге сикләнгән. Шуға ла ҡанундарға аңлатама биреү буйынса ҡыҙыу линия асырға ҡарар иттек, – ти Константин Борисович.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ойошторған консультациялар түләүһеҙ. Һорауҙарға депутаттар яуап бирәсәк. Ҡыҙыу линия телефоны: 8(347)218-31-50. Иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратырға мөмкин.
Читайте нас: