-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәткә сәйәхәт
22 Апрель 2020, 11:16

Ике ил лидеры нимә хаҡында һөйләште?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоган менән телефондан һөйләшеү алып барҙы.

Уларҙың фекер алышыуҙарының төп темаһы коронавирус пандемияһының таралыуына бәйле мәсьәләләр булды. Инфекция менән көрәште берлектә алып барыу, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа структуралар буйынса ла, Рәсәй һәм Төркиә граждандарын тыуған яҡтарына ҡайтарыуҙы тәьмин итеүҙә тығыҙ координацияны дауам итеү һәм башҡалар...
Ике ил лидеры Сүриәләге хәл буйынса ла фекерҙәре менән бүлешмәй ҡалманы. Хәрби-дипломатик каналдар буйынса Рәсәй һәм Төркиәнең артабанғы тығыҙ бәйләнешен дауам итергә кәрәклеге билдәләнде. Бынан тыш, ике ил араһындағы хеҙмәттәшлектә көнүҙәк мәьәләләргә лә ҡағылдылар. Был, беренсе сиратта, атом энергетикаһы буйынса берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы үҙ эсенә алған сауҙа-иҡтисад өлкәһенә, транспорт һәм ауыл хужалығы тармаҡтарында кооперацияларҙы киңәйтеүгә ҡағыла.



Читайте нас: