– Уны раҫлауҙы Президент Владимир Путин йөкмәтте, – тиелә унда.
Был махсус ташламалы ипотеканы 1 ноябргә тиклем яңы төҙөлгән йорт өсөн алырға була, дәүләт тарафынан субсидия ла ҡаралған. Процент ставкаһы кредиттың бөтә осоро буйына һаҡланасаҡ.
Ҡайһы бер банктар Министрҙар Кабинеты ҡарарын көтмәй, ташламалы ипотека буйынса ғаризаларҙы ҡабул итә лә башланы инде. Был программа төҙөлөш өлкәһенә 900 миллиардҡа яҡын банк аҡсаһын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.