Был турала «Яңылыҡтар» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Бүләкләнеүселәр араһында Дуҫлыҡ ордены, йәш белгестәрҙе әҙерләгән, әүҙем остазлыҡ эшмәкәрлеге алып барған өсөн отличие билдәһе алыусылар ҙа бар. Ҡарарҙа Рәсәй Президентының 15 табипҡа «Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы», 5 медицина хеҙмәткәренә «Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» тигән исемдәр биреүе хаҡында ла белдерелә.