+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хәрби частарҙа гаджеттар тыйыла

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең дисциплинар уставына ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелде.

Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, хәҙер хәрбиҙәргә үҙенең хеҙмәте тураһында журналистарға йәки социаль селтәрҙәр аша һөйләү, билдәләнгән шарттарҙа гаджеттар йөрөтөү тыйыла. Был документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, унан алда 2019 йылдың мартында ил етәксеһе хәрбиҙәргә киң мәғлүмәт сараларында һәм интернет селтәрҙәрендә ведомство йыһаздарын һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген асып һалыусы мәғлүмәт урынлаштырыуҙы, шул иҫәптән фотолар, видеояҙмалар һалыуҙы, тыйыу тураһында ҡанунға ҡул ҡуйғайны.


Читайте нас: