-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәткә сәйәхәт
17 Сентябрь 2021, 10:59

Һайлау башланды

Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә бөтә Рәсәй буйынса һайлау участкалары асылды. Улар 17 -19 сентябрҙә эшләйәсәк. Кемдәрҙе һайлайбыҙ һуң?

Һайлау башланды
Һайлау башланды

Төп иғтибар - Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа. Шулай уҡ 29-сы Талбазы, 43-сө Красный Холм, 55-се Буй һайлау округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау, Өфө, Бөрө, Белорет ҡала советтарына һәм ҡайһы бер ауыл советтарына һайлауҙар уҙғарыла.

 Республиканың 1389 һайлау участкаһында күҙәтеү камералары ҡуйылған. Һәр һайлаусыға бирергә ручка, битлек, бирсәткәләр әҙерләнгән. Өфө ҡалаһы һәм районы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Благовещен, Бөрө, Сибай ҡалаларында тауыш биреүселәр "Рәхмәт" акцияһында ҡатнаша ала. Йәғни һайлаусыға беләҙек тапшырыла һәм уның  менән рахмат102.рф сайтындағы исемлеккә ингән партнёрҙар 50 процент ташлама тәҡдим итә. 

Үҙәк һайлау комиссияһының 1 июлгә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 3 018 342 кеше һайлау хоҡуғына эйә. Шуларҙың 43 115-е тәүге тапҡыр һайлаясаҡ. Республикала бөтәһе 3403, шул иҫәптән дауахана, шифаханаларҙа, тимер юлы вокзалында, аэропортта, ҡарттар йортонда, һаҡ аҫтында тотоу урындарында, һайлау участкалары эшләй. Рәсәйҙә теркәлмәгән граждандар Өфөнөң Посадская, 26 адресы ("Дуҫлыҡ монументы" туҡталышы) буйынса һайлай ала. һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең өйҙәренә һайлау комиссияһы ағзалары үҙҙәре бара. 

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас