"Берҙәм Рәсәй" Дәүләт Думаһына һайлауҙа федераль округ буйынса 49,35 процент тауыш йыйып, беренсе урында килә. КПРФ-ҡа һайлаусыларҙың - 19,85 проценты; ЛДПР-ға иһә 7,56 проценты тауыш биргән.
Биш лидер араһында "Справедливая Россия - За правду" (7,38 процент) һәм "Новые люди" (5,39 процент) партиялары ла бар.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комитеты сәркәтибе Марина Долматова белдереүенсә, 19 сентябрь киске сәғәт 8-гә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса беҙҙә 2 миллион 74 мең 823 кеше тауыш биргән, был 69,01 % тигән һүҙ. Өфө халҡы әүҙем булған: 67,60 процент. Салауат ҡалаһында халыҡтың – 75,18; Сибайҙа 71,40 проценты һайлауға барған.
Райондар араһында иң әүҙемдәре: Салауат (96,58%), Шаран (95,71%), Тәтешле (92,67%).