Бөгөнгө ултырышта депутаттар күпселек тауыш менән Башҡортостан Башлығы тәҡдим иткән кандидатураны хупланы.
Бығаса Ольга Панчихина республиканың Йәмәғәт палатаһын етәкләне. Ул - Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзаһы ла. Ольга Панчихина күп кенә йәмәғәт башланғыстары, социаль проекттар авторы булараҡ билдәле, хәйриә акциялары ла ойошторҙо.
Ольга Юрьевна яңы вазифаһында бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса барлыҡ тәжрибәһен республикала йәшәгән 900 меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай мәнфәғәтенә бағышлаясағын белдерҙе.
Фото: veteranrb.ru