Тағы бер депутат Андрей Егоров ҡала советына һайланғас, Ҡоролтайҙан китергә ғариза яҙған. Шулай итеп, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа урындар бушаны, өс яңы депутат эш башлаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Һайлауҙан һуң депутаттар сафын Тамара Танһыҡҡужина, Милана Скоробогатова, Заһир Хәкимов тулыландырғайны. Тағы өс депутатты иһә "Берҙәм Рәсәй" һәм КПРФ партиялары тәҡдим итәсәк.
Белеүебеҙсә, республиканың Баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов та Дәүләт Думаһында эшләйәсәк.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.