"Әлбиттә, 2022 йылдың төп мәсьәләһе - коронавирус пандемияһы, ул бер ҡайҙа ла китмәгән. Пандемия шарттарында йәшәүҙе нисек дауам итеү тураһында уйларға кәрәк," - тигән ул журналистарға. Был турала ТАСС хәбәр итә.
Ярлылыҡ менән көрәш мәсьәләһе тураһында күптән түгел Владимир Путин да әйткәйне. Ул Рәсәй халҡының килемен арттырыу өсөн төрлө саралар күреү мөһимлеген билдәләне, социаль ярҙам, балалы ғаиләләргә ярҙам, яңы эш урындары булдырыу, һәр кимәлдә белем алыу мөмкинлеген, сифатын күтәреү тураһында ла белдерҙе.
Фото: duma.gov.ru