+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Сәйәсәткә сәйәхәт
16 Марта 2024, 17:37

Ғәлимовтар – һайлауҙа

Был көн күңелле һәм файҙалы үтте, ти Гүзәл ханым. Ниңәме?

Ғәлимовтар – һайлауҙаҒәлимовтар – һайлауҙа
Ғәлимовтар – һайлауҙа

Сөнки Ноғай ҡасабаһында йәшәүсе Ғәлимовтар һайлау көнөн байрам кеүек ойошторған. Тәүҙә, әлбиттә, ғаилә менән ил етәксеһе өсөн тауыш бирергә барғандар. Башҡортса бюллетень алғандар. Күп балалы ғаиләлә Самира, Сафия һәм Ғамир тәрбиәләнә. Үҫмер ҡыҙға 14 тулған, бер нисә йылдан инде үҙе лә бындай сәйәси сараларҙа ҡатнаша аласаҡ. Ошолай өлгө күрһәтәбеҙ инде, ти Ғафур Ғарифйән улы. 

Һуңынан Ғәлимовтар кинотеатрға юл тотҡан. Рәхәтләнеп йәнһүрәт ҡарап ҡайтҡандар. Улар кеүек, ғаилә менән бергә ваҡыт үткәреү файҙаға ғына, афарин! 

Ғәлимовтар – һайлауҙа
Ғәлимовтар – һайлауҙа
Ғәлимовтар – һайлауҙа
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас