-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Әбйәлилдә һайлау нисек үтә?

Был хаҡта дуҫыбыҙ Нәсимә Ғайсина хәбәр итә. 

Әбйәлилдә һайлау нисек үтә?
Әбйәлилдә һайлау нисек үтә?

Бына нимә яҙа ул.

“Урамға сығыу менән күңелле музыка ҡаршы алды. Таҡһыр ауылында байрам кеүек. Күңелле шул, үҙ милләтемдең йырҙарын яңғыраталар бит! Һайлауға килеүселәрҙең дә йөҙҙәре шат. Хәлдәребеҙҙе белешеп, донъя яңылыҡтары тураһында һөйләшергә лә форсат табылды. Шөкөр, махсус хәрби операциялағы улдарыбыҙ һау йөрөйҙәр. Һуғыш бөтөп, иҫән генә ҡайтып төшһөндәр! Киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ йәшәйәсәкбеҙ.

Әле ошоға тиклем дә насар барманы тормош-көнкүрешебеҙ. Донъяның китеге лә булмай тормай. Бынауындай ҙур ил менән етәкселек итеүе еңелдән түгел. Халҡыбыҙ бер нәмәгә лә битараф ҡалмай, үҙ фекерен әйтә. Тик ваҡытында урын-еренә еткереп әйтергә генә кәрәк. Ул саҡта беҙҙе борсоған мәсьәләләр еңелерәк хәл ителәсәк. Ил менән етәкселек итеүселәр һәм халыҡ бер-берен аңлап йәшәүгә етмәй.

Беҙҙең 781-се һайлау учаскаһына барып инеүемә, мине ниндәйҙер йылылыҡ солғап алды. Һайлауҙы алып барыусы Дилара Мырҙагилдина менән Рәмилә Ыласынова килгән бер кешене мөләйем йылмайып әйҙүкләп ҡаршы алыуы кәйефемде күтәрҙе. Лотерея ла уйнаталар икән!

Һәр ерҙә лә һайлау ыңғай ғына үтеп китһен. Рәсәй халҡы берҙәм булһа, бер ниндәй ҙә ауырлыҡтырға бирешмәбеҙ!”

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: