+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт оҫталары
8 Декабрь 2022, 17:04

Яҡташыбыҙҙың йырҙары

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Альфред Яҡшембәтовтың бер йырында: «Һәр кем һайлай йәшәгәндә үҙ теләген, үҙ ҡиблаһын», тигән юлдар бар.

Беҙҙең яҡташыбыҙ, легендар баянсы Альфред Ғәбит улы ла – үҙ ҡиблаһын күптән тапҡан шәхес. Минең уйымса, ул – йырҙар ижад итеү. Ниндәй темаға ғына көйҙәр яҙмаған бит үҙе: тыуған яҡ, әсәй, дуҫлыҡ, мөхәббәт, хыянат, бәхет... Беҙҙең эстрадала Венер Абдуллин, Вилдан Яруллин, Светлана Хәкимова, Искәндәр Ғәзизов, Рәдиф Зарипов, Фәриҙә Ғаззалова, Рөстәм Шаһыбалов, Гөлсөм Бикбулатова, Фирүзә Париж, Айгөл Һағынбаева, Дамир Тайыпов, Нәркәс Сиражетдинова, Сәйет Билалов, Рәфис һәм Алмас Сирусиндар, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Хәлимә Ғәббәсова, Динар Ғөбәйҙуллин һәм башҡа йырсылар уның йырҙарын башҡара.

Ун йыл элек «Ирек майҙаны» гәзитенә биргән интервьюһында бала сағын бына нисек хәтерләй популяр йырҙар авторы Альфред Яҡшембәтов: «Эй, күңелле йәшәнек тә инде беҙ! Ғаиләлә биш бала инек. Ауыл балаһы инде бәләкәйҙән эшләп үҫә. Беҙҙең дә йәй сөгөлдөр баҫыуында үтә ине. Кистәрен мейес янындағы шаршаулы һикелә атайым, әсәйем өсөн концерт ҡуйғандар иҫтә ҡалған. Шаршауҙы сәхнәне асҡан төҫлө асып ебәрәбеҙ ҙә апайым менән һеңлем бейей, мин китапты гармун итеп уйнайым...»

 

Фото: samtatnews.ru

https://alshvesti.ru/articles/znay-nashikh/2019-08-01/nash-zemlyak-alfred-yakshimbetov-stal-zasluzhennym-artistom-bashkortostana-45040

https://vk.com/photo-4647320_457320644

Яҡташыбыҙҙың йырҙары
Яҡташыбыҙҙың йырҙары
Яҡташыбыҙҙың йырҙары
Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: