+23 °С
Дождь
VKOKTelegram
Сәнғәт оҫталары
27 Февраля 2023, 08:30

Билеттар алырға ашығығыҙ!

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында танылған ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың ҙур концерты буласаҡ.

Билеттар алырға ашығығыҙ!Билеттар алырға ашығығыҙ!
Билеттар алырға ашығығыҙ!

Ул 24 мартта киске сәғәт 7-лә башлана. «Ер рухы» тип аталған тамаша тыңлаусыларҙы музыка донъяһына алып инә һәм башҡорт ҡурайының хәҙерге яңғырашын баһаларға мөмкинлек бирә. Сараның исемен һайлағанда ойоштороусылар Рәшит Зәйнетдиновтың һәм Георгий Калитовтың шул уҡ исемдәге картинаһы менән илһамланған.

Кисәне тағы ла башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары Рәфис Сирусин, Алиса Йомағәлиева, Алёна Завьялова һәм ҡыл-ҡумыҙсы Зәлиә Ғәниәтуллина биҙәйәсәк. Был концерт ҡурайсының карьераһында өсөнсө ҙур концерт булып тора. Ойоштороусылар вәғәҙә итеүенсә, сара ҡурай, башҡорт тарихы һәм мәҙәниәтенә тамашасыларҙы тағы ла тәрәнерәк сумдырасаҡ.

Билеттарҙы ошо һылтанма аша һатып алырға мөмкин: https://iframeab-pre2638.intickets.ru/seance/13220932. Шулай уҡ Пушкин картаһын ҡулланып та  алыу мөмкинлеге бар.

Белешмә:

Юлай Ҡасимов – Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы, Башҡортостандың алдынғы ҡурайсыларының береһе, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, республика бәйгеләре еңеүсеһе. Рәсәй ҡалалары, яҡын һәм алыҫ сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була. Беҙҙең республика исеменән Көньяҡ-Көнбайыш Азия илдәрендә, Төркиәлә, Италиянан, Болгарияла, Испанияла, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Солтанат Оманда һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһанылар. 2016 йылда солист булып  ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки халыҡ уйын ҡоралдары оркестрында уйнай. (6+)

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас