

Бөтә Рәсәй буйынса һайлап алыу турын үтеп, Мәскәүҙә "Ал елкәндәр" мәҙәни фондының милли премия V ябыҡ проектында ҡатнашты. Бөтә Рәсәйҙән йыйылған 26 көслө бейеү коллективтары араһынан II дәрәжә лауреат исемен яулағандар!
– Һынатманылар. Ансамблдең солисы Илнур Хәсәнов I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды!
Балаларға Мәскәүҙе күрһәтеп, матур итеп йөрөтөп ҡайтҡан ансамбль етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Яхинаға ҙур рәхмәт! Былтыр улар Санкт-Петербургта Гран-при яулағайны. Быйыл Мәскәүҙән еңеп ҡайттылар! – ти Вәғиҙә Ҡужагилдина.
Афарин, сибайҙар!