21 йәшлек Гөлнара Байғужина 11-се тапҡыр үткәрелгән вокал "һуҡыр" тыңлауҙарында киләһе турға үткән. Был хаҡта йәш артист социаль селтәрҙә:
– Хыялдар тормошҡа ашырға тейеш. Минең әсәйем матур йырлай, атайым да баянда оҫта уйнай. Миндә шунан киләлер йырлау һәләте лә. Тормошта мин ныҡ оялсан кеше ул. Ҡыйыу фекерҙәрен әйтеп барғандарға гел һоҡланам, – тип уртаҡлашҡан Гөлнара.
Ҡыҙ музыка менән бала сағынан шөғөлләнә, популяр йырҙарға каверҙар эшләй һәм үҙе лә йырҙар яҙа. Декабрҙә йәш йырсының "Сикһеҙлек" тип исемләнгән тәүге альбомы донъя күргән. Улар радио һәм төбәк телеканалдарында яңғыраған. Бынан тыш, яҡташыбыҙ Һамарҙа үткән «САМ.ФЕСТ» музыка фестивалендә III урын яулаған.
Сығанаҡ һәм видео: vk.com