+15 °С
Облачно
VKOKМакс
Сәнғәт оҫталары
20 Марта 2023, 07:25

Ватансылыҡ рухы менән һуғарылған яңы йыр – “Беҙ ҡайтырбыҙ!”

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов яңылыҡ менән бүлешкән: ул өр-яңы йыр яҙып, уға видеоклип эшләгәндәр.

Ватансылыҡ рухы менән һуғарылған  яңы йыр – “Беҙ ҡайтырбыҙ!”Ватансылыҡ рухы менән һуғарылған  яңы йыр – “Беҙ ҡайтырбыҙ!”
Ватансылыҡ рухы менән һуғарылған яңы йыр – “Беҙ ҡайтырбыҙ!”

Һүҙҙәрҙең авторы – Даян Теүәлбаев, көйөн Артур Туҡтағолов яҙған. Йыр ике телдә –  урыҫса һәм башҡортса яңғырай. Артур Бәҙри улы әйтеүенсә, был йыр илебеҙҙе яҡларға киткән ир-егеттәребеҙгә бағышлана.

“Яҡташтарыбыҙҙың һәммәһе тыуған яҡтарыбыҙға иҫән-hау еңеү менән ҡайтһын! Беҙ улар өсөн борсолабыҙ, үҙҙәренә  изге теләктәрҙә ҡалабыҙ!”– ти йырсы һәм композитор.


Сығанаҡ һәм видео:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас