+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Сәнғәт оҫталары
24 Марта 2023, 05:00

«Аҡ болоттар» йырының яңыса яңғырашы

Гөлсөм Бикбулатова һәм Тимур Хан башҡарыуында «Аҡ болоттар» йырын тыңлап алайыҡ, дуҫтар.

АҠ БОЛОТТАР

 

Юлай ҮҘӘНБАЕВ көйө.

Зәлифә ҒИЛМЕТДИНОВА һүҙҙәре.

 

 

Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,

Их, шуларҙы тотоп алаhы.

Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр шул,

Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.

 

Ҡушымта:

Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,

Их, шуларҙы тотоп алаhы.

Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,

Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.

 

Йәшлек йылдар бик тиҙ үтәләр шул,

Хәтирәләр генә ҡалдырып.

Ағарталар сикә сәскәйҙәрен,

Маңлайҙарға hырҙар ҡалдырып.

 

Ҡушымта:

Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,

Их, шуларҙы тотоп алаhы.

Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,

Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.

 

Көтөп тормай беҙҙе бер ҙә ваҡыт,

Әллә ҡайҙа шулай ашыға.

Ҡыуып тота алмай йәш ғүмерҙе

Йәйәүле лә, хатта атлы ла.

 

Ҡушымта:

Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,

Их, шуларҙы тотоп алаhы.

Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,

Йәш көйөнсә килә ҡалаhы.

 

Фото: vk.com

Видео: https://vk.com/video-177131683_456241594

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас