+25 °С
Дождь
VKOKTelegram
Сәнғәт оҫталары
28 Марта 2023, 12:00

Элвин Грей имиджын үҙгәрткән

Элвин Грей ( Радик Юлъяҡшин) гастроль туры алдынан үҙенең имиджын үҙгәрткән. Популяр артист яңы причёскаһы менән төшкән фотоһын социаль селтәргә һалған.

«Бөгөн беҙ Татарстан Республикаһындағы Чистай ҡалаһынан гастроль турын башлайбыҙ», – тип яҙған йырсы.

Артистың ижадын һөйөүселәр араһында уның образын тәнҡитләүселәр ҙә бар. «Башҡорт шаманы», «элекке причёскаң матурыраҡ ине» тигән комментарийҙар ҡалдырған  фанаттары.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас