

Ул Учалы ҡалаһының 1-се мәктәбенә 1955 йылда уҡырға бара, 1964 йылда тамамлай.
1975 йылда Учалыла балалар музыка мәктәбе асылғас, Фәрзәнә Дәминдәр ҡыҙы унда вокал һәм хор буйынса дәрестәр алып бара. 1992 йылда 3-сө Учалы балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләгәндә уға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре тигән почётлы исем бирелә. 1996 йылда «Балалар баҡсаһында байрамдар» тигән йыйынтыҡ әҙерләй. Ул Өфөлә «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыға. 1995 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтының музыкаль факультетын тамамлап, юғары белем ала. 1997 йылдан Сибай институтының музыка кафедраһында вокал буйынса уҡыта.
Фәрзәнә Фәтҡуллина тураһында интернетта мәғлүмәт бөтөнләй юҡ тиерлек. Вокал буйынса уның дәрестәрен алған кешеләр хәҙер билдәлелек яулаған. Моғайын, ул онотолмаҫ дәрестәр биргәндер. Бәлки, уның тураһында уҡыусылары, бергә эшләгән коллегалары ниндәйҙер мәғлүмәт әйтер. Билдәле кешеләр хаҡындағы календарға ингән кеше иғтибарға лайыҡ, тип уйлайым.
Фото: https://vk.com/farzana_fatkullina?z=photo204945381_299842401%2Fphotos204945381