

ЕГЕТТӘР ЙЫРЫ
Мостай Кәрим шиғыры.
Таһир Кәримов көйө.
Беҙ үҙебеҙ Дәү Аҡтаныҡ ,
Көн итмәйбеҙ маҡтанып,
Беҙ урамдан үткән саҡта,
Ҡыҙҙар ҡала уфтанып.
Их, илдәре лә илдәре,
Илдәрендә – күлдәре.
Был илдәрҙә ҡыҙҙар йырлай,
Һандуғастай телдәре.
Урам аша сыҡҡан саҡта,
Әллә абындығыҙмы?
Һарыға һабышҡанһығыҙ,
Әллә һағындығыҙмы?
Их, илдәре лә илдәре,
Илдәрендә – күлдәре.
Был илдәрҙә ҡыҙҙар йырлай,
Һандуғастай телдәре.
Килеп китер юлығыҙға
Әллә ауҙымы ҡайын?
Һеҙҙе уйлап йәш түгәбеҙ
Һуған тураған һайын.
Их, илдәре лә илдәре,
Илдәрендә – күлдәре.
Был илдәрҙә ҡыҙҙар йырлай,
Һандуғастай телдәре.
Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ фотоһы.
Фото: concours.nazaccent.ru