+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Сәнғәт оҫталары
2 Май 2023, 12:34

«Бары килде яҙ ғына...»

Мостай Кәримдең 1979 йылда яҙған шиғырына популяр йырсы Ян Лира көй яҙған. Премьераһы бер-ике йыл элек булғайны. Шәп йыр килеп сыҡҡан, эйеме?

«Бары килде яҙ ғына...»«Бары килде яҙ ғына...»
«Бары килде яҙ ғына...»

Мостай КӘРИМ

 

* * *

Һауаларҙа, бейектәрҙә

Кейек ҡаҙ тауыштары.

Шатлыҡ менән тулды бөгөн

Күңелем һауыттары.

 

Көтмәгәнде килтерер тип,

Яҙҙы көтмәгән инем.

Былай уҡ ҡабынырмын тип,

Өмөт итмәгән инем.

 

Нимә булды? Сайпылам бит

Яҙа баҫһам аҙ ғына.

Яңы бәхет килдеме? Юҡ,

Бары килде яҙ ғына...

 

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас