

Ул Учалы районы Ахун ауылында тыуған. 1991 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Рифҡәт Исрафилов курсында театр серҙәренә төшөнгән егетте Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт театрына эшкә саҡыралар. Бөгөнгө көнгә тиклем ул яратҡан һөнәренә тоғро.
Алмас Хәдис улының спектаклдәрҙә һәм кинола бихисап ролдәре бар. «Ай тотолған төндә» спектаклендә – Диуана, Дәрүиш, «Минең ҡатынымдың исеме Морис»та – Морис Ляппен, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға»ла – Мәсем хан, «Әлифбанан бер себеш»тә – Мәүлит, «Кәкүк ояһы»нда – Хардинг, «Ҡоҙаса»ла – Яппар, «Әбейүшкә@эт.тущка.ru»ла – Әхмәҙи, «Йософ һәм Зөләйхә»ла – Малик, «Мин һинең ҡәйнәң булам»да – Вәсил Кәбирович, «Нәркәс»тә – Ҡотош, «Илай белмәгән ҡатын»да – Микеле... «Быяла юлсы», «Ауыл өҫтөндә йәйғор»,«Сөмбөлдөң етенсе йәйе», «Ай ҡыҙы» фильмдарында ла уйнаны.
Яратҡан артисыбыҙҙы тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уға, иң мөһиме, һаулыҡ, ғаиләһендә именлек, эшендә көтөлмәгән уңыштар теләйбеҙ.
Фото: www.youtube.com