+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт оҫталары
28 Август 2023, 18:00

Ҡурсаҡ театры Петербург кескәйҙәрен әсир итте

Балаларҙы ғына түгел, ҙурҙарҙы ла битараф ҡалдырманы, тип өҫтәр инек. Социаль селтәрҙәрҙәге баһаларға ҡарағанда, беҙҙең Ҡурсаҡ театры сығышын тағы берҙе күрергә теләүселәр бихисап.

Ҡурсаҡ театры Петербург кескәйҙәрен әсир итте
Ҡурсаҡ театры Петербург кескәйҙәрен әсир итте

Санкт-Петербургтағы Башҡортостан көндәре сиктәрендә артистар иҫ киткес тамаша тәҡдим итте. “Ҡаҙҙар-аҡҡоштар”, “Таш ҡунаҡ” һәм “Сыңҡылдаҡ себен” сәхнә әҫәрҙәрен барыһы ла яратып ҡараны, көслө алҡыштар оҙаҡ яңғырап торҙо.

Шулай уҡ ҡунаҡтар хужаларға «Ҡурсаҡ байрамы» программаһын алып барғайны. Улар тамашасыларға театрҙа ниндәй ҡурсаҡ төрҙәре булыуы, уларҙы нисек эшләүҙәре, артистарҙың нисек идара итеүе хаҡында һөйләне, билдәле башҡорт әкиәттәре һәм легендалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтте. Бер һүҙ менән әйткәндә, балаларға ысынлап байрам кәйефе тыуҙырылды.

Фото: vk.com/minkultury_rbvk.com.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: