+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт оҫталары
7 Сентябрь 2023, 16:00

"Көҙ романтикаһы" ҡунаҡтар йыйҙы

Классик музыка фестивале тәүге тапҡыр Өфөнөң Совет майҙанында үтте.

"Көҙ романтикаһы" ҡунаҡтар йыйҙы
"Көҙ романтикаһы" ҡунаҡтар йыйҙы

Тамашасылар өсөн маэстро Дмитрий Крюков етәкселегендәге Милли симфония оркестры сығыш яһаны. Сәхнәлә донъя классик музыкаһы шедеврҙары һәм башҡорт композиторҙарының күренекле әҫәрҙәре яңғыраны.

Генерал Шайморатов тураһында йырҙы махсус ҡунаҡ — үзбәк опера йырсыһы Женисбек Пиязов башҡарҙы.Үҙенең сығышына йомғаҡ яһап, ул йырҙы тамашасы яҡшы ҡабул итеүен билдәләне. Башҡортса акцентһыҙ башҡарыуға айырыуса иғтибар бүлдем әҙерлек ваҡытында, ти Пиязов.

Ике көнлөк фестивалдә шулай уҡ Юрий Медяник етәкселегендәге Төмән филармония оркестры, Башҡортостан дәүләт оркестры сығыш яһаны. Ә Совет майҙаны, ысынлап та, үҙенсәлекле амфитеатрға әйләнә бара. Алда ошондай матур концерттарҙы күп күрербеҙ әле!

Фото: bashinform.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: