+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт оҫталары
14 Сентябрь 2023, 14:00

“Арба” әкиәтен ҡарарға килегеҙ

“Әйҙә уйнарға” фестивалендә Милли йәштәр театры балалар өсөн башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнгән “Арба” спектаклен 17.00 сәғәттә күрһәтәсәк.

“Арба” әкиәтен ҡарарға килегеҙ
“Арба” әкиәтен ҡарарға килегеҙ

– Әкиәт баланы тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Уның ярҙамында тылсымға ышанырға ғына түгел, ә уны тормошҡа ашырырға ла мөмкин. “Арба” әкиәте аяҡтары ялҡау, йөрәге ҡурҡаҡ, үҙе аҡылһыҙ кеше менән ни булыры тураһында уйларға мәжбүр итә. Ундайҙар кешеләр араһында ғына түгел, төрлө әкиәт персонаждары араһында йәшәй алырмы? Был музыкаль спектакль артистар менән бергә йырлау, бейеү мөмкинлеген дә бирә – балаларға оҡшар, моғайын, – тине театрҙың матбуғат хеҙмәткәрҙәре.

Сығанаҡ:bashgazet.ru.

Фото: teatrnmt.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: