Ул бәхет килтереүсе хайуан тип иҫәпләнә. Арыҫлан менән бергә Александр Чупиндың “Яңы йыл мөғжизәләре, йәки Мәскәй әбей ҡаршы”әкиәтендәге балалар яратып өлгөргән һәр саҡ күңелсәк һәм тапҡыр Ҡуян да буласаҡ. Әкиәт геройҙары рәтен һалҡын, ғорур, ҡаты күңелле Ҡар батшабикәһе лә тулыландырасаҡ.
Мультпарадтан һуң нурҙар Бремен музыканттары менән бейеү флешмобында ҡатнаша. Ошо уҡ көндә “Тылсымла ихата”ла (Сәнғәт институты биләмәһе) театр сәғәте үткәрелә. Өстә Аркадий Хайттың “Бесәй Леопольдтың тыуған көнө” исемле спектакле башлана.
Сығанаҡ: bashgazet.ru.
Фото: teatrnur.ru.