Гастролдәр, яңы бейеүҙәр... Тағы ниндәй ҡыҙыҡлы тамашалар көтә икән беҙҙе? Мәҫәлән, балалар өсөн “Музыкаль ҡумта” концерт программаһы әҙерләнә. Ансамбль үҙ оркестры менән берлектә Өфө мәктәптәре уҡыусылары өсөн уны октябрҙә үк күрһәтәсәк.
Яңы хореографик әҫәр ҡуйыу процесы ла бара. “Ун ике ай” тип атала ул. Жанры әкиәт-балет тип алынған. Ансамблдә билдәләүҙәренсә, был – тамашасы өсөн дә, бейеүселәр өсөн дә яңылыҡ. Репертуарҙа оҡшаш ҡуйылыш булғаны юҡ. Спектакль премьераһы декабрь аҙағында була.
Күренекле балетмейстер һәм педагог Хашим Мостаевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға ансамбль яңы концерт программаһы ҡуясаҡ. Унда бейеүсенең “Азамат”, “Сәскә атҡан ҡурай”, “Ҡумыҙ менән бейеү”, “Беләҙектәр сыңы”, “Ирәндек”, “Француз яулығы” һәм башҡа бейеүҙәре инә.
Ә миҙгел асыу тантанаһында ғәскәровсылар донъя халыҡтарының хореографик композициялары менән бер рәттән “Урал һәм Шүлгән” спектаклен тәҡдим итте. Тағы ла концертта “Әсе әрем хәтере” бейеүен дә ҡарап кинәнде ҡунаҡтар. Уны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, элекке солист, “Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин ҡуйҙы.