-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт оҫталары
9 Ғинуар , 11:03

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ, рәссам Хәләф Рәжәповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға Ғәлимйән Ибраһимов музейында күргәҙмә ойошторолдо. Хеҙмәткәр Гөлсинә Шәфиева уның биографияһын һөйләне, төшөргән һүрәттәрен күрһәтте.

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ

“Хәләф Ғарип улы Рәжәпов 1934 йылда Ауырғазы районы Солтанморат ауылында тыуған. Урта мәктәпте үҙ ауылында тамамлай һәм шунда уҡ рәсем менән йыр уҡытыусыһы булып эшләй. Әрме хеҙмәтенән һуң туған мәктәбенә ҡайта. 1979 йылда Хәләф Ғарип улы Талбазы ауылына күсеп килә. 18 йәшендә беренсе тапҡыр Ғәлимйән Ибраһимовтың портретын яҙа. Рәссамдың 35 портреты һәм пейзаж жанрындағы 30 картинаһы республикабыҙ халҡын һоҡландыра. 2003 йылда ул Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияға лайыҡ була” – тине Гөлсинә Ғарифулла ҡыҙы. Был күргәҙмәне килеп күреүемә бик шатмын. Ижадсының тормошо тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдым.

Таһир РӘХИМОВ,

II синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: