– Проект патриотик йүнәлештәге заманса балалар йырҙарын яҙыуға һәм таратыуға йүнәлтелгән. Батырлыҡ, намыҫ, илһөйәрлек темаһына 50 яңы йыр ижад ителде лә инде. Улар радиола, интернетта һәм башҡа майҙансыҡтарҙа киң таралды. Был бик ҡыуаныслы, – ти ойоштороусыларҙың береһе, Еңеү музейы етәксеһе Александр Школьник.
Концертта “Непоседы” менән “Волшебники двора” төркөмдәре башҡарыуында билдәле йырҙар яңғыраны. Үҙебеҙҙекеләр ҙә һөйөндөрҙө: Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар студияһы, “Веселинка” хореография коллективы, “Виктория” бейеү театры сығыштары алҡыштарға күмелде.
– Беҙҙең “Ватан һаҡсылары” фонды ошо байрамды ойошторорға ярҙам итеүе осраҡлы түгел. Маҡсатыбыҙ – патриоттар үҫтереү, ауыр заманда бергә булыу, – тине фондтың етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина. Сарала төп тамашасы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары булды.