-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт оҫталары
26 Июнь 2024, 16:02

“Әлфиә хикәйәләре”

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры премьера тәҡдим итте. Ул “Әлфиә хикәйәләре” тип атала.

“Әлфиә хикәйәләре”
“Әлфиә хикәйәләре”

Спектакль нигеҙендә – Мостай Кәримдең ҡыҙына арналған “Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?” әҫәре. Әлфиә Мостай ҡыҙы тәүге тамашасыларҙың береһе булды ла инде.

Ҡуйыусы режиссёр һәм инсценировка авторы —Мөсәлим Күлбаев, ҡуйыусы рәссам – Юлиә Ғиләжева, хореограф – Андрей Сорокин, яҡтылыҡ буйынса рәссам – Светлана Насонова, режиссёр ярҙамсыһы – Ульяна Ершова. Музыкаль биҙәлеш: Ульяна Чарыева һәм Мөсәлим Күлбаев. Төп героиняны – Элина Гусева, уның ата-әсәһен Ренат Фәтхиев һәм Карина Фат-Йәрмиева башҡара. Ҡалған ролдәрҙә Лада Николаева, Зарема Абакачева, Владислав Нурисламов һәм Илгизәр Ҡудашев уйнай.

Спектакль Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас