-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә, күҙ теймәһен үҙенә

Быйылғы «Балалар Байығы»нда «Уралтау» студияһы бейеүсеһе, VIII синыфты тамамлаған Динислам ҒИМАЕВ 13 – 15 йәшлек ҡатнашыусылар араһында I урын яуланы. Һәләтле Учалы егете менән һеҙҙе лә таныштырабыҙ.

Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә, күҙ теймәһен үҙенә
Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә, күҙ теймәһен үҙенә

Республика бәйгеһендә бындай еңеүгә лайыҡ булыу еңелдән түгел. Динисламдың әсәһе Айгөл Мөхтәр ҡыҙы әйтеүенсә, мәктәпкә төшөр алдынан улар филармонияға концертҡа бара. Сәхнәлә Азат Буранбаевтың нисек оҫта баҫыуын күреп, малай бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булыуын һиҙмәй ҙә ҡала. «Минең дә ошо ағай кеүек бейегем килә!» – ти ул. Әсәһе улының теләгенә ҡаршы килмәй, үҙен филармония ҡарамағындағы балалар студияһына алып килә. Тырыш малай бер нисә йылдан солист булып китә.
– Шул тиклем бейергә ярата ул, – ти Айгөл ханым. – Бер ваҡыт урыҫ теленән инша яҙғандар. «Минең ҡайһы урындан бөтөнләй киткем килмәй?» тигән һорауға «Сәхнәнән төшкөм килмәй», тип яуап биргән.
Ғәҙәттә, ата-әсәләр балаларын төрлө түңәрәктәргә етәкләп алып бара. Ә Динислам үҙе музыка мәктәбенә ҡурайға йөрөргә ҡарар итә. Әле бер нисә йыл шөғөлләнә лә инде. Исламиә апаһы ла фортепианола уйнай икән, тимәк, был йәһәттән һәләттәре бар. Яңыраҡ егет гитара түңәрәгенә лә яҙылған.
Атаһы Флүр Фәүзил улы Динислам менән ғорурлана.
– Уҡыуҙа ла һынатмай, – ти ул. – Ҡаланың 3-сө лицейының математика синыфында «дүртле», «бишле»гә генә өлгәшә. Айырыуса информатика дәресен ярата, робототехниканы үҙләштерә. Үрге Пышма ҡалаһында программалау буйынса үткән бәйгелә түңәрәктә шөғөлләнеүселәр I урын яулап ҡайтты хатта. Тағы төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып тора. Мәктәптәге бар сараларҙа ла әүҙем Динислам.
«Уралтау» студияһы етәкселәре Фәнилә һәм Азат Буранбаевтар әйтеүенсә, уларҙа әле 12 үҫмер шөғөлләнә. Татыуҙар, дәртлеләр, һәләтлеләр үҙҙәре. Республика буйлап йөрөп йыш сығыш яһайҙар, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Әзербайжанда, Төркиәлә лә булғандар. «Балалар Байығы»нда тәүге тапҡыр ҡатнашмайҙар – бер нисә йыл элек коллектив Гран-при яулап ҡайтҡан. Был юлы Динислам менән Рәйес Низаметдинов ҡуйған «Тылсымлы ситек» бейеүен алып барғандар.
– Дәртләнеп юлға сыҡтыҡ, призлы урын аласағыбыҙға шикләнмәнек. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырып та шатландырҙы ойоштороусылар, – ти етәкселәр. – Сығыш яһағандан һуң Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжынан вәкил килгәйне, үҙҙәренә уҡырға саҡыралар.
Тәрбиәле, тыныс, шул уҡ ваҡытта аралашыусан ул Динислам. Тырышлығы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Киләсәктә ниндәй юлды һайларын билдәләмәгән әле. Бәлки, уның исемен билдәле ансамблдәр составында ишетербеҙ. Бәлки, яңы компьютер уйыны уйлап сығарған программист Ғимаев тип белербеҙ. Барыһы ла алда!

Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә, күҙ теймәһен үҙенә
Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә, күҙ теймәһен үҙенә
Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә, күҙ теймәһен үҙенә
Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә, күҙ теймәһен үҙенә
Баҫ, баҫ, баҫ эҙенә, күҙ теймәһен үҙенә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: