Йыр-моңдо театрҙың үҙенең актёрҙары һәм саҡырылған ҡунаҡтар бүләк итте. Гөлшат Ғайсина, Илнур Лоҡманов, Гөлсөм Бикбулатова, Динислам Сафин һәм “Ант” төркөмө ижадын тамашасы бик йылы ҡабул ҡылды. Дәртләнеп бейергә төшөп китеүселәр ҙә булды.
Театр тарихын сағылдырыусы фотокүргәҙмә эшләне, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте лә баҫмаларын тәҡдим итте. Икенсе ерҙә балаҫ һуғыу, тиренән аҡса янсығы эшләү, тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Кеше күп ине.
– Ошондай әҙәби-мәҙәни сараларҙы аҙна һайын үткәрергә тырышабыҙ. Китапханабыҙ сайтындағы белдереүҙәрҙе ҡарап барығыҙ, рәхим итегеҙ беҙгә! – ти уның хеҙмәткәре Заһир Таһир улы Ишкинин.