Евгений Светланов исемендәге РФ Дәүләт оркестрына, БР дәүләт академия симфоник оркестрына (икеһенә лә Дмитрий Крюков етәкселек итте) ҡушылып, яҡташтарыбыҙ Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар ҙа халыҡты ҡыуандырҙы. Билдәле пианист Денис Мацуев та килгәйне.
Әйткәндәй, был фестивалде үткәреү башланғысы менән БР Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Әле сара икенсегә уҙа.
Бөгөн Женисбек Пиязов сығыш яһаясаҡ.
Сараны 24-ендә Рәсәйҙең Дәүләт оркестры ябасаҡ.
Сығанаҡ: “Йәшлек”.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.