Миңлеғәфүр ағай ғәҙәттәгесә ихлас ҡаршы алды. Барлыҡ илдәрҙең ҡумыҙында уйнап күрһәтеп, тарихын һөйләп, ысын мәғәнәһендә ҙур мәҙәни дәрес үткәрҙе. Ҡумыҙҙың күп серҙәренә төшөндөм. Уның тауышы – быуаттар ауазы, тәбиғәт һулышы, тарих шаңдауы, илаһи моң, сихри йыһан!
Миңлеғәфүр ағай, һәр саҡ шулай ихлас булығыҙ, йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен!