Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Рәсүлева Өфө ҡалаһында тыуған. Бала сағынан йыр һәм бейеү менән шөғөлләнә. Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы махсус музыка мәктәбендә скрипка, фортепиано, вокал, сольфеджио буйынса дәрес ала.
– Һәр каникулымды ауылда өләсәйем янында – Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында үткәрергә яраттым. Унан бик күп нәмәгә өйрәндем.
XI синыфтан һуң бөтөнләй икенсе йүнәлеште һайлай ул. Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ошо уҡыу йортоноң «Йәншишмә» ансамблендә сығыш яһай. Сәнғәт донъяһы барыбер үҙенә тарта. Юғары белемле белгес тәүҙә – Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын, унан Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
– Әсәйем гел генә халыҡ йырҙарын йырланы. «Ғилмияза», «Таштуғай»ҙы тап унан отоп алдым. Ә «Сыңрау торна»ның бер варианты булған «Күл буйы» йыры визит карточкама әйләнде. Уға клип та төшөрөлдө. Студент йылдарында халыҡ йырҙарын ныҡлы өйрәндем, был йәһәттән уҡытыусым Флүрә Килдейәроваға рәхмәтлемен, – ти ул.
Уның ижад кисәһендә педагогтың тәрбиәләнеүселәре лә сығыш яһаны.
Профессиональ композитор, сәнғәт мәктәбенең етәксеһе Раит Рәшит улы Ғайсин уны байрамы менән ҡотлап:
– Лилиә Салауат ҡыҙы үҙен күптән оҫта уҡытыусы, остаз итеп танытты. Тамашасыларын «Ташҡын» һәм «Мин ышанам һинең һөйөүеңә» ике музыкаль альбомы менән ҡыуандырҙы ул,– тине.
Был көндө сәхнәнән йырсының хәрби темаға ҡағылышлы йырҙары ла яңғыраны. Уның репертуары бай. Улы Айҙар менән икәүләп йырлауын да тамашасылар алҡыштарға күмде. Айҙар Байтимеровтың ҡурай моңдары барыһын да әсир итте. Лилиә Салауат ҡыҙының ҡартатаһы Ҡотлоғужа Йәнбәков Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, политрук була, һалдаттарҙың ял ваҡытында ҡурай уйнарға яратҡан. Уның көйҙәрен бөтәһе лә һоҡланып тыңлар булған. Ҡартатаһы «Илсе Ғайса» йырын яратҡан икән. Уны кисәһендә Лилиә Рәсүлева аһәңле итеп башҡарҙы.
Үҙен оҫта йырсы итеп белһәк, Лилиә Салауат ҡыҙы Рәсүлева «Бишбармаҡ» бейеүе менән дә таң ҡалдырҙы. Ижад кисәһенә ул етәкләгән «Йәйғор» фольклор ансамбленең сығышы ла йәм өҫтәне. Шулай уҡ «Ләйсән» ансамбленең сағыу йырҙары барыһын да арбаны. Билдәле шағир Рәмил Сурағолов та йырсыны ҡотларға килгәйне.
– Рәмил Сурағоловтың йырҙары тәрән мәғәнәле, фәлсәфәүи, моңло. Уның менән байтаҡ йырҙар яҙҙырҙым, уларға матур йөкмәткеле клиптар төшөрҙөк, – ти Лилиә Салауат ҡыҙы.
Ихлас, мөләйем йырсының ижад кисәһе күңел байрамына әйләнде. Унан беҙ илһам, дәрт алып ҡайттыҡ.