“Саптар” өлгөлө бейеү ансамблен хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы беләләр. Улар тамашасыларҙы хайран итеп, Туапсе, Сочи, Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында уҙған Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстарҙан Гран-при яулап ҡайта.
Репертуарҙарында – алтмышлаған бейеү. Төп иғтибар, әлбиттә, башҡорт халҡының асылын, ғөрөф-ғәҙәтен, Урал аръяғы кешеләренең булмышын һынландырған бейеүҙәргә бирелә. Бүтән милләт бейеүҙәрен дә өйрәнәләр. Бынан тыш, педагогтар балаларға классик һәм эстрада бейеүҙәрен, акробатика, һынлы гимнастика, актёр оҫталығына ла өйрәтә.
Ҡалала һәм районда һәләтле балаларҙың күп булыуын күреп, үҙенең оҫталығын башҡаларға өләшеү хыялы менән “Саптар” студияһына башланғыс һала Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Шамил улы Бакиров.
– Малай һәм ҡыҙҙарҙы оҫта бейеүсе итеү генә түгел, ә үҙ илен һөйгән патриот итеп тә тәрбиәләү беҙҙең маҡсатыбыҙ. Тыуған төйәгебеҙҙе яратып үҫһендәр, ғорурланһындар өсөн студияла илһөйәрлек дәрестәре уҙғарабыҙ, концерттар ойошторабыҙ, рухлы бейеүҙәр һалабыҙ, – ти ул.
Быйыл "Саптар" өлгөлө хореография студияһы 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында ҙур концерт үтте. Залға төрлө йәштәге кешеләр йыйылды, ул шығырым тулы булды. Студия был сараға төплө әҙерләнгән. Тәүҙә бер аҙ үҙҙәре тураһында һөйләп үттеләр. Костюмдар тектерергә айырым ательелары бар икән. Саптарҙарҙың "йөрәге"- Баймаҡ ҡалаһында, Өфөлә һәм Сибайҙа иһә филиалдары бар. Бында 4 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар шөғөлләнә. Студия төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора. Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда һәм башҡа ҡалаларҙа Гран-при, лауреат дәрәжәләрен ала. Сара башҡорттоң ғына түгел, ә башҡа халыҡтарҙың да бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
"Саптар"ҙарҙың дуҫтары ла сәхнәлә сығыш яһаны. Коллективты байрамы менән ҡотларға ҡунаҡтар килгән ине. Тамашасылар Өфөнән генә түгел, бөтә республиканан килгән икән. Концерт дәртле, күңелле үтте. Ике сәғәттән ашыу барһа ла, ваҡыт үткәне һиҙелмәне лә.
Алтынай АҠМАНОВА, йәш хәбәрсе.