-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт оҫталары
1 Июнь 2025, 23:35

Башҡортостандағы иң ҙур хорҙың концерты үтте

Уны ҡарараға Радий Хәбиров та килде.

Башҡортостандағы иң ҙур хорҙың концерты үтте
Башҡортостандағы иң ҙур хорҙың концерты үтте

1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфөнөң Совет майҙанында «Китап байрамы» йәрминкәһе ваҡытында үткән ҙур йыйылма балалар хорының Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Мәңгелек юлдар» концерты иҫ киткес күп тамашасыларҙы йыйҙы.

Программаға 17 музыкаль әҫәр ингән. Хор Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын, билдәле хәрби, патриотик һәм балалар йырҙарын башҡарҙы.

Башҡортостандың йыйылма балалар хоры 2014 йылда ойошторолғайны. Художество етәксеһе булып республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Алһыу Хәсбиуллина тора. Составына бөтә республиканан балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең 20 хор коллективы инә, унда 600-ләп кеше иҫәпләнә.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас