+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Сәнғәт оҫталары
8 Июня 2025, 08:11

Фильм-әкиәт тә ҡараныҡ.

Фестивалдең өсөнсө көнө Өфө ҡалаһының йәш тамашасы театрының «Богатырь Степан Ромашкин» спектакль-әкиәте менән тамамланды.  

Фильм-әкиәт тә ҡараныҡ.Фильм-әкиәт тә ҡараныҡ.
Фильм-әкиәт тә ҡараныҡ.

Данлы батырлыҡтар башҡарырға тейешле яңы батыр барлыҡҡа килергә ваҡыт етте. Бөтә өмөт героик булмаған фамилиялы ҡыйыу һәм шаян батыр Степанға йүнәлтелгән. Ә Степан Ромашкин, ысынлап, та бөйөк ҡаҙаныштарға әҙер була, әммә ысын батырлыҡтар өсөн көс кенә түгел, ә изге йөрәк, аҡыл һәм тоғро дуҫтар кәрәклеген белмәй. Өс юл үтеп, өс тылсымлы таш һынауҙарын үтәгәндән һуң ғына ул был мөһим хәҡиҡәтте аңлай.

Йәш тамашасылар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре лә геройҙарға теләктәшлек белдерҙе, төп геройҙы алҡыштарға күмде.  Яҡты образдар, мауыҡтырғыс сюжет һәм яҡшы музыкаль номерҙар тамашасыларға   ыңғай эмоциялар ғына ҡалдырҙы. Барыһына ла фильм-әкиәт оҡшаны.

Фильм-әкиәт тә ҡараныҡ.
Фильм-әкиәт тә ҡараныҡ.
Фильм-әкиәт тә ҡараныҡ.
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас