-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәнғәт оҫталары
27 Июнь 2025, 08:52

Иң яҡшы актёр - Алмаз Йосопов, ә иң яҡшы актриса...

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 105-се ижад миҙгелен япты.

Иң яҡшы актёр - Алмаз Йосопов, ә иң яҡшы актриса...
Иң яҡшы актёр - Алмаз Йосопов, ә иң яҡшы актриса...

Миҙгелде Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса ҡуйылған “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле менән тамамланы башдрамдар. Был сәхнә әҫәре – быйыл ҡуйылған 5 премьераның береһе. Тамашасылар йыл дауамында йәнә “Йырланмаған йырым һин...”, “Ах, был мөхәббәт!..”, “Әкиәт илендә мажаралар”, “Ваня ағай” спектаклдәре менән танышҡайны.

Тамашанан һуң театр коллективы тулы составта сәхнәгә күтәрелде. Йыл буйы арымай-талмай эшләгән актёрҙарҙың һәр береһе баһаға лайыҡ ине. Шулай ҙа иң-иңдәр билдәләнеп, Рәхмәт хаты һәм аҡсалата бүләк алып ҡыуанды. Кемдәрме?

– Данияр менән Бәхтийәр Ҡоланбаевтар – “Ваня ағай” спектаклендәге ролдәре өсөн;

– Рәүис Заһитов – намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн;

– Тәнзилә Хисамова – Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 80 йыллыҡ юбилейында ҡатнашҡаны өсөн;

– Глеб Соловьёв – “Алтын ҡулдар” номинацияһы;

– Руслан Юлтаев – “Алтын объектив” номинацияһы;

– Милена Сираева – баш режиссерҙың махсус призы;

– Айзилә Төркмәнова – “Дебют” номинацияһы;

– Лилиә Сәғитова – иң яҡшы эпизодик роль (“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле);

– Артур Кәбиров, Урал Әминев, Артур Ҡунаҡбаев – “Өс таған” номинацияһы (“Заятүләк менән Һыуһылыу” спектакле өсөн);

– Ирек Булатов, Азамат Ғафаров – “Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле” (“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле);

– Фәнис Рәхмәтов, Милена Сираева, Лилиә Ғәлина, Илүзә Күсәбаева, Эльвира Юнысова, Азат Вәлитов, Руслан Хайсаров, Илсур Байымов, Гүзәл Маликова, Миңзәлә Хәйруллина – “Ролдәр ансамбле” (“Ваня ағай” спектакле);

– Илүзә Күсәбаева – “Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” (“Йырланмаған йырым һин...” спектакле);

– Алмаз Йосопов, Азамат Ғафаров – “Иң яҡшы ир-егет роле” (“Йырланмаған йырым һин...” спектакле);

– Илгизә Ғилманова – “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” (“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле).

Ә “Бөйрәкәй” 2023/2024 йылғы һөҙөмтәләр буйынса “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 спектакле” исемлегенә индерелгән. Ҡотлайбыҙ, ғорурланабыҙ!

 

Фотолар театр сайтынан алынды.

 

 

Иң яҡшы актёр - Алмаз Йосопов, ә иң яҡшы актриса...
Иң яҡшы актёр - Алмаз Йосопов, ә иң яҡшы актриса...
Иң яҡшы актёр - Алмаз Йосопов, ә иң яҡшы актриса...
Иң яҡшы актёр - Алмаз Йосопов, ә иң яҡшы актриса...
Иң яҡшы актёр - Алмаз Йосопов, ә иң яҡшы актриса...
Иң яҡшы актёр - Алмаз Йосопов, ә иң яҡшы актриса...
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас