Сәнғәт оҫталары
23 Апреля , 18:14

Урал Әминовтан - театр буйлап экскурсия

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Бөрйән егете, күптәребеҙҙең яратҡан актеры Урал Әминов Башдрам буйлап үҙенсәлекле экскурсия үткәрҙе.

Урал Әминовтан - театр буйлап экскурсияУрал Әминовтан - театр буйлап экскурсия
Урал Әминовтан - театр буйлап экскурсия

Барлыҡ теләүселәр алдан теркәлеп, ваҡытында килеп тә етте. Актер ҡунаҡтарҙы йөрөтәсәк маршрутты үҙе төҙөгән. Унда ул эш урынындағы - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрындағы иң яратҡан урындарын күрһәтте.

Ябай тамашасы өсөн театр сәхнә, унан ҡалһа, фойе, музей, ашхана менән генә сикләнә кеүек. Ә йөрөй башлаһаң, беҙҙең башҡорт театры иҫ китмәле ҙур икән! Ете ҡаттан торған лабиринт!

Урал Әминов сәйәхәтте музейҙан башланы, театр тарихына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы , файҙалы мәғлүмәттәр менән бүлеште. Ҡунаҡтар меңәрләп кейем һаҡланған костюмдар бүлмәһендә, репетициялар үткән ерҙә, бейеү залында булды.

- Бөгөнгө осрашыуҙы Халыҡ-ара бейеү көнөнә арнайым. Шуға ла һеҙгә ошо залды күрһәтмәү яҙыҡ булыр ине, - тине артист.

Театрҙа хатта аяҡ кейемдәре өсөн айырым бүлмә бар. Грим һала, кейем тегә торған ерҙәрҙе лә күрһәтте Урал Әминов. Спектакль тексын урыҫса уҡып ҡолаҡсындарға еткереүсе тәржемәсе ултырған бүлмә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Әлбиттә, актерҙарҙың ял итә, хатта төрлө өҫтәл уйындары уйнай торған мөйөштәре лә бар. Ә сәхнәне кире яҡтан күреү, унда баҫып тороу күптәр өсөн беренсегә булғандыр.

- Шулай ҙа минең иң яратҡан урыным - буфет, - тип шаяртып та алды Урал Әминов.

Тамашасыларҙан һорауҙар күп булды. Осрашыу барышында һәр кем үҙе һәләтле артист, үҙе шәп бейеүсе булып танылған Урал Фирғәт улы менән фотоға төшөп ҡалырға ашыҡты.

Әйткәндәй, бындай экскурсия өсөнсөгә үтте. Тәүгеһен Эльвира Юнысова уҙғарһа, икенсеһен Айҙар Шәмсетдинов менән Зилиә Хәлилова ойошторғайны.

Урал Әминовтан - театр буйлап экскурсия
Урал Әминовтан - театр буйлап экскурсия
Урал Әминовтан - театр буйлап экскурсия
Урал Әминовтан - театр буйлап экскурсия
Урал Әминовтан - театр буйлап экскурсия
Урал Әминовтан - театр буйлап экскурсия
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас