

Фестиваль барышында автор-башҡарыусы Гәлсәр Байғусҡарованың бер сәғәтлек концерты булды. Ул Волга йылғаһы ярында урынлашҡан паркта үтте.
Йәш йырсы башҡорт йырҙарын оригиналь джаз эшкәртеүендә тәҡдим итте. Әлбиттә, беҙҙең йырҙарҙың интонацион нигеҙе һәм шиғри тәрәнлеге һаҡланып ҡалды. Программаның мөһим үҙенсәлеге булып Арыҫлан Оморҙаҡовтың ҡурай уйнауы торҙо.
«Туған телдә джаз» фестивале традицион рәүештә милли телдәрҙең һәм музыкаль традицияларҙың заманса жанрҙарҙа органик рәүештә йәшәүен күрһәтеү маҡсатын ҡуя. Башҡорт джазы Архангельскиҙан Антон Трясовтың гитараһы, Өфөлә профессиональ белем алған, хәҙер Санкт-Петербургта йәшәгән Александр Сергеенконың контрабасы, шулай уҡ Ярославль егеттәре Александр Нестеровтың барабаны һәм Вадим Майнугиндың фортепианоһы менән бергә яңғырап торҙо.
– Мин йырҙарҙы башҡарҙым ғына түгел, ә күңелем аша үткәрҙем, йәшәнем, – ти Гәлсәр Байғусҡарова. – Тамашасыларҙың сығышымды оҡшатыуҙарына шатмын.
Өс көн дауамында Волга паркы сәхнәһендә урыҫ, инглиз, башҡорт, испан телдәрендә джаз яңғыраны, уны 5500-ләп кеше тыңланы.
Фото: Павел Паладьев.