+19 °С
Облачно
VKOKМакс
Сәнғәт оҫталары
20 Августа , 17:16

Ҡояш пирамидаһында " Таштуғай"ҙы яңғыратҡан

  Ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн беҙҙең редакцияның ҡунағы — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гөлнара ВӘЛИЕВА.

Ҡояш пирамидаһында " Таштуғай"ҙы яңғыратҡанҠояш пирамидаһында " Таштуғай"ҙы яңғыратҡан
Ҡояш пирамидаһында " Таштуғай"ҙы яңғыратҡан

- Гөлнара, тыуған ауылың Ҡолғанала бәләкәйҙән йырға, сәхнәгә һөйөү уятыусы мөхит булдымы? Мәктәп йылдарын иҫкә төшөрәйек әле. «Йәншишмә»гә яҙышыуың тураһында ла әйтеп үтһәң ине.

- Тыуған ерем - Бөрйән районы Ҡолғана ауылы. Иҫ белгәндән алып йырланым, бейенем, әммә артист булып китермен тип һис уйламаным. Мәктәпте тамамлағансы сәхнәнән төшмәнем. Унда тәүге юлды әсәйем һалды, тиҙ генә шиғыр ятлауымды, көйҙө бер ишетеүҙән отоп алыуымды күреп, мине концерттарҙа ҡатнаштыра башланы. Иң тәүге сығышым ауыл клубында 5 йәш тирәһендә булды, атайымдың гармунына ҡушылып, «Тирәккәйем» йырын башҡарғайным. Унан һуң «Саҡ-суҡ», «Урал» бәйеттәрен, «Хәйрүләкәй», «Зөлхизә», «Азамат», «Томан» йырҙарын өйрәнеп йырлай башланым. Халыҡ йырҙарын ауылда музыка уҡытыусыһы булып эшләгән Әлимә Рәшит ҡыҙы өйрәтте, уға ҙур рәхмәт. Үҙе лә бик моңло тауышлы, оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡара, йыр бәйгеләре лауреаты. Магнитофон кассетаһы тотоп өйөнә барам да 1-2 сәғәт йыр өйрәнәбеҙ, ауыл ерендә ул тиклем өйрәтеп ултырырға нисек түҙемлеге еткәндер, хәҙер аптырайым. Әсәйем бик шәп башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булды, рухи яҡтан беҙгә ҙур тәрбиә һалған кеше. Өйҙә әҙәби китаптар күп ине, гәзит-журналдарҙың барыһы ла тиерлек килә торғайны. Ағайым менән бер нәмә ҡалдырмай уҡый торғайныҡ. Әйткәндәй, «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе булыу теләге булды һәм алдыма маҡсат алып, VІ синыфта уҡығанда ныҡ тырышып алдым был исемде. Ташҡа баҫылған беренсе яҙмам «Ҡарлуғас» исемле атыбыҙ тураһында булды.

- Һин Учалы сәнғәт училищеһында уҡығанһың. Сәнғәт донъяһына тәүге аҙымдарың нисек башланды? Өфө дәүләт сәнғәт институтында профессор Фәрзәнә Сәғитовала уҡыу осоро ижади формалашыуыңа нисек йоғонто яһаны?

- Мәктәпте тамамлағас, Учалы сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә уҡырға индем, уҡытыусым Миңзифа Тайып ҡыҙы Вәлиева класында белем алдым. Тауышымды боҙмай, ипле генә итеп - хәҙер шулай ышаныслы итеп әйтә алам - академияға уҡырға әҙерләне. Уҡытыусы булыу - ҙур талант, тойомлау, уҡыусының киләсәген һиҙемләү өҫтәмә яуаплылыҡ та. Шул яҡтан Миңзифа Тайып ҡыҙына ҙур рәхмәт, ул дөрөҫ йүнәлеш бирмәһә, артабан миндә был һөнәрҙән китеү теләге лә бар ине. Артабан 5 йыл һәм аҙаҡ 2 йыл аспирантурала Өфө сәнғәт академияһында уҡытыусым Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова класында уҡыу (концертмейстерым - Ирина Станиславовна Долматова) ҙур бәхет, тип һанайым. Йырларға ғына өйрәнмәнем, матур тормош тәрбиәһе лә алдым. Ҡатмарлы вокал төшөнсәһен уларҙың ҙур түҙемлеге менән 8 йыл үттем, әле лә остазыма ваҡыты-ваҡыты менән барып, йырлап күренеп китәм. Уҡығанда ауырлыҡтары ла булды, илаған саҡтар ҙа. І курсҡа тиклем «Халыҡ йыры» йүнәлеше буйынса уҡыным, ошо курстың аҙағында ғына академик йырлауға күстем. Шуға күрә ҡыуып етеү, тиҙ ятлау, өйрәнеү ауырға тура килһә лә, теләк булһа, барыһы ла килеп сыға икәнлегенә инандым. Уҡытыусыларымдан бәхетем булды, шөкөр. Үҙем дә уҡытыусы булып эшләй башлағас, уларҙың сабырлығына хайран ҡалам.

- 2016 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләйһең. Опера труппаһына килеп ингәндә иң ауыры нимә булды? Ниндәй телдәрҙә йырлайһың?

- Опера һәм балет театрына эшкә килгәс, иң ҡыйыны үҙемде еңеү булғандыр. Ҡалғанын ятлап, өйрәнергә мөмкин. Опера йырсыһы булыу - ул ҙур яуаплылыҡ, сабырлыҡ талап иткән һөнәр. Мәҫәлән, һин һәр ваҡыт нимәлер ятлайһың. Урыҫ, итальян, француз, немец, башҡорт телдәрендә йырлайбыҙ. Яратып башҡарған партияларым бар, тип айырып әйтмәйем, сөнки һәр береһенә бөтә һөйөүеңде һалмаһаң, уңышлы килеп сыҡмай, тамашасыға ла барып етмәй.

- Һинең репертуарыңда опералар ҙа, башҡорт халыҡ йырҙары ла бар. Классика менән халыҡ музыкаһын берләштереү нисек килеп сыға?

-Халыҡ йырҙарын бик яратып башҡарам, 40-тан ашыу халыҡ йырын йырлайым. Конкурстарҙа бер йыр халыҡ йыры булырға тейеш. «Иҫ китмәле, ниндәй киң диапазон, ниндәй иркенлек, кемдең эшкәртеүендә, нотаһы булһа, бирегеҙ әле», - тип һоҡланалар. Халыҡ йырҙарын йырлап алыу - бик шифалы процедура, тип әйтә алам, миңә, мәҫәлән, оҙаҡ йырламағандан һуң тауышты яйға haлып, таҙартып алырға ярҙам итә. Әйткәндәй, бөтә йырсылар за оҙон көйҙө башҡара алмай.

- Һин ҙур уңыштарға өлгәштең: халыҡ-ара конкурстарҙа еңдең, ил буйлап гастролдәрҙә йөрөйһөң. Иң ҡәҙерле еңеү ҡайһыһы?

- Бар конкурстар ҙа ҡәҙерле, иҫтә ҡала, әлбиттә, әммә икәүһен айырып әйтәм: «Ирәндек моңдары - 2014» бәйгеһендә Гран-при һәм Һарытау ҡалаһында үткән халыҡ-ара вокалсылар конкурсында ІІ урын. «Ирәндек моңдарында Гран-при алыу бала саҡ хыялы булһа, вокал конкурстары лауреаттары араһындағы бәйгелә ҡатнашыу ҙур мәртәбә ине.

- 2016 йылда Мексикала, донъялағы иң бейек Ҡояш пирамидаһында «Таштуғай» йырын башҡарыуың айырым хәтирә булып ҡалғандыр...

-Мексикала боронғо Теотиуакан ҡалаһында урынлашҡан Ҡояш пирамидаһы тураһында бала саҡтан уҡып белә инем, эх, барып күрергә ине, тигән теләк тә бар ине. Артист һөнәре донъяны күрергә ярҙам итте. 2016 йылда Мексикала Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашып, ошо пирамиданы күрергә насип булды. Улай ғына ла тугел, ҡап уртаһына басып «Таштуғай»ҙы йырлап ебәрҙек, ҡурайҙа Рәнис Алтынбаев уйнаны. Тәүҙә халыҡта аптырау булды, аҙаҡ бөтә камералар беҙгә тоҫҡалды, әллә күпме һоҡланыу һүҙҙәрен ишеттек. Халыҡ йырының күңелдәргә үтеп инеүе, телде белмәйенсә, моң аша аңлауҙары мине аптыратты. Әйткәндәй, ошо ваҡыттан һуң артистар ҡайҙа барһалар ҙа халыҡ йырын йырлай башланы.

- Опера сәхнәһендәге иң яуаплы һәм иң яратҡан партияң ҡайһыһы?

- Иң яуаплы партия көтөлә, әлбиттә, мин алдан әйтергә яратмайым, шулай ҙа быйылғы миҙгелдә Джузеппе Вердиҙың «Травиата» операһында Виолеттаны башҡарырға үттем, сопраноларҙың оҫталыҡ талап иткән төп партияһы ул. Нисек килеп сығыр, ваҡыт күрһәтер.

- Гөлнара, һинең тормош кредоһы йәки сәхнәгә сыҡҡанда үҙеңә әйткән ҡанатлы һүҙҙәрең бармы?

- Сәхнәгә сыҡҡанда үҙемде тынысландырам, доға уҡыйым, ныҡ тулҡынланып киткән саҡ булһа, атайҙы, әсәйҙе, уларҙың шат йылмайып торған ҡараштарын күҙ алдына килтерәм. Күберәк шулай тынысланам.

- Әйткәндәй, һин ниндәй ғаиләлә үҫтең?

- Әсәйем - Зилара Рәүеф ҡыҙы Мөлөкова, атайым - Рәшит Ирғәле улы Вәлиев. Матур тулы ғаиләлә үҫтем, атай-әсәйемә рәхмәт, нисек кенә булмаһын, төп тәрбиә өйҙә һалына. Тормошта иң яҡын, беренсе урында торған кешең кем, тип һораһалар, һис шикһеҙ, әсәйем, тим. Уның сабыр, аҡыллы булыуына һәр саҡ һоҡланам. Бер ауырҙың бер еңеле була, тәүҙә тырышып ҡара, унан һуң ҡарарһың, тип бөтә эштә лә яуаплылыҡты ташлаттырмай тәрбиәләне. Ул - бөтә фәндәрҙе лә теүәл белгән көслө уҡытыусы ла. Тәбиғәткә, сәхнәгә һөйөү уятҡан кеше лә - әсәйем. Бер мәл, эй, бер йыр килеп сыҡмай, бәйгегә әҙерләнәбеҙ. Әсәй алып китте мине урманға, тауҙарҙы, урман-йылғаларҙы күр, той, тип. Әле лә иҫләп көлөп алабыҙ, файҙаһы тейҙе. Әйткәндәй, йәй мәлдәрем ауылда үтә, таңғы 6-7-лә көн башланып китә лә ҡараңғыға тиклем эш менән булабыҙ. Был зарланыу түгел, ауыл эшен яратып башҡарам, бөтә баштағы кәрәккән-кәрәкмәгән уйҙарҙан арыныу, тәртипкә һалыу өсөн тап-таман эштәр. Бесән мәле генә ни тора?! Үҫеп килгән балаларға эштән ҡурҡмаҫҡа тәҡдим итәм.

- Йәш йырсыларға ниндәй кәңәш бирерһең?

- Йырсы булырға хыялланған уҡыусыларға шуны әйтер инем: әгәр һеҙ ҙур уңыштарға өлгәшергә теләһәгеҙ, ул тик тырышлыҡ менән килеп сығасаҡ. Уңыш сере - әҙ генә булһа ла теләккә ҡаршы аҙымдарҙа, ә опера йырсыһы булыуҙа талант ҡына етмәй, ул ҙур сабырлыҡ, характер ныҡлығы ла талап итә. Әлбиттә, теләгегеҙ булһа, маҡсат ҡуйып тырышығыҙ!

- Матур яуаптарың өсөн рәхмәт, Гөлнара! Һиңә артабан да уңыштар, бәхет, һаулыҡ теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘЗУЛЛИНА әңгәмәләште.

Ҡыҫҡа һорауҙарға яуаптар.

Тыуған көнөм - 17 ноябрь.

Яратҡан әҫәрҙәрем - Ноғман Мусиндың «Зәңгәр тауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан», «Таң менән сыҡ юлдарға» роман-трилогияһы; Лев Толстой. «Һуғыш һәм солох»; Джейн Остин. «Ғорурлыҡ һәм алдан уҡ фекер»; Лоран Гунель "Аллаһ һәр ваҡыт белдермәй генә сәйәхәт итә" һәм башҡалар .

Яратҡан фильм - хәрби, тарихи фильмдар.

Яратҡан миҙгел - яҙ.

Яратҡан төҫ - кәйефкә ҡарап.

Яратҡан автомобиль маркаһы - Lexus,Volkswagen.

Яратҡан ризыҡ - тәбиғи ауыл ризыҡтары.

Яратҡан шөғөлөм - һыбай йөрөү. Урманға көн дә барырға ризамын.

Фотолар Гөлнара Вәлиева архивынан.

 

 

 

Ҡояш пирамидаһында " Таштуғай"ҙы яңғыратҡан
Ҡояш пирамидаһында " Таштуғай"ҙы яңғыратҡан
Ҡояш пирамидаһында " Таштуғай"ҙы яңғыратҡан
Ҡояш пирамидаһында " Таштуғай"ҙы яңғыратҡан
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас