+15 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
25 Май 2018, 18:41

Бишенсе тур

Туғыҙынсы мәсьәләАҡтар башлай ҙа дүрт йөрөштән мат ҡуя.Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крd5, Лd8, Сf2, Кb7, пb5 (5 фигура), ҡаралар – Кре7, пd6 (2 фигура).Авторы – билдәле шахмат композиторы С. Лойд. Мәсьәлә көслө аҡ фигураның ҡорбан ителеүе менән сиселә. Ике вариантты ла күрһәтергә.

Аҡтар башлай ҙа дүрт йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крd5, Лd8, Сf2, Кb7, пb5 (5 фигура), ҡаралар – Кре7, пd6 (2 фигура).
Авторы – билдәле шахмат композиторы С. Лойд. Мәсьәлә көслө аҡ фигураның ҡорбан ителеүе менән сиселә. Ике вариантты ла күрһәтергә.
Аҡтар башлап, был юлы биш йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крс1, Сb2, Кf6, ппg5, һ7 (5 фигура), ҡаралар – Крһ8, па4 (2 фигура).
Был мәсьәләне В. Шинкман төҙөгән. Сиселештә шуны иғтибарға алыр­ға кәрәк: аҡ пешка һигеҙенсе һыҙыҡҡа еткәс, теләһә ниндәй фигураға әйләнә ала. Бер вариантты ғына табырға кәрәк.

Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ


(«Йәншишмә» №17, 27 апрель, 2018 йыл.)

Етенсе мәсьәлә

1. Кс6 – а5! Цугцванг;
1. … Крb5:а5
2. Крb7 – с6 Кра5 – а6
3. Лd4 – а4х;
1. … Крb5 – с5
2. Ка5 – b3+ Крс5 – b5
3. а2 – а4х.
Ике дөрөҫ мат, икенсеһе – идеаль.

Һигеҙенсе мәсьәлә

1. Лb8 – b3 Цугцванг;
1. … Кра5:а7
2. Крd6 – с6 Кра7 – а8 (а6)
3. Лb3 – а3х;
1. … Кра6 – а5
2. Са7 – b6+ Кра5 – а4 (а6)
3. Кd7 – с5х.
Шулай уҡ ике дөрөҫ мат, беренсеһе – идеаль.
Был ике мәсьәләгә лә дөрөҫ яуапты Айшат АҪЫЛБАЕВ, Элина ЙЫЛҠЫБАЕВА, Нәфис БИКБУЛАТОВ, Тимур МАННАТОВ, Наҙгөл СӘҒИТОВА, Илгизәр ЙӘНСУРИН, Ғәлим ҠЫЛЫСБАЕВ, Әмир НИҒМӘТУЛЛИН (Абҙан, Ейәнсура), Коля ШИБАЕВ (Күмертау) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.

ШАХ БАБАЙ.
Читайте нас: