-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
25 Ғинуар 2019, 15:00

Бәйге дауам итә

Шахмат мәсьәләләре сисеү буйынса ярыш дауам итә. Был юлы ла һеҙгә 10 мәсьәлә тәҡдим ителәсәк, күберәген – миниатюралар. Бәйге май айында тамамланасаҡ, уның һөҙөмтәләре иһә июндә билдәле буласаҡ.Кемдәр ҡатнашырға теләй, бүләк отҡоһо килә, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ. Тик бының өсөн «Йәншишмә»гә лә яҙылырға онотмағыҙ, йәме.«Серле шаҡмаҡтар» бәйгеһендә мәктәп, лицей, гимназия уҡыусылары, командалары ҡатнаша ала. Беҙгә яуаптарҙы 20 көн эсендә һуңлатмай яҙып ебәрергә кәрәк.Еңеүселәргә редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ.

Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крс8, Сс2, Кd7, пс5 (4 фигура), ҡаралар – Крс6, ппb5, d5 (3 фигура).
Мәсьәләнең авторы – Н. Акимов (Ҡаҙағстан). Цугцванг.
Аҡтар башлап, был юлы ла ике йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Кре3, Фһ4, Кf8, пf2 (4 фигура), ҡаралар – Крf5, Сһ8, пе5 (3 фигура).
Был мәсьәләне В. Коваленко (Приморье крайы) төҙөгән. Уны сисер алдынан уйлағыҙ: f2 шаҡмағындағы аҡ пешка ни өсөн кәрәк?

Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ

(«Йәншишмә» №51, 21 декабрь, 2018 йыл.)

Туғыҙынсы мәсьәлә

1. Лg4 – d4! Цугцванг;
1. … е5:d4+
2. Крс3 – b3 d4 – d3
3. е3 – е4 d3 – d2
4. Ка4 – с3х; йәки
2. … d4:е3
3. Сg1:е3 g2 – g1Ф
4. Ка4 – с3х;
1. … е5 – е4
2. Лd4 – d1 Крb5:а4
3. Лd1 – b1 Кра4 – а3
4. Лb1 – а1х.

Унынсы мәсьәлә

1. Сg2 – һ1! Крһ2:һ1
2. а6 – а7 Крһ1 – һ2
(2. … һ3 – һ2
3. а7 – а8Фх)
3. а7 – а8Л
(3. а7 – а8Ф? – пат)
3. … Крһ2 – һ1
4. Крf2 – g3 Крһ1 – g1
(һ3 – һ2)
5. Ла8 – а1х.
Был мәсьәләләргә дөрөҫ яуаптарҙы Владик БАСХАНОВ, Марсель ҠАДИРОВ, Нәсим СӘЙФЕТДИНОВ, Ришат МӘХМҮТОВ, Данил ШӘЙӘХМӘТОВ, Роберт БИКБАЕВ (Арсен, Ейәнсура), Шохрух ХӘСӘНОВ менән Виолетта ШУМИЛОВА (Өфө ҡалаһы, 49-сы мәктәп) һәм конкурс­тан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

2018 йылдың сентябренән декабргә тиклем уҙған бәйгегә йомғаҡ яһалды. Кемдәр иң-иңе булдымы? Ейәнсуранан Владик Басханов, Марсель Ҡадиров, Нәсим Сәйфетдинов, Ришат Мәхмүтов, Данил Шәйәхмәтов, Роберт Бикбаев һәм Өфө ҡалаһынан Шохрух Хәсәнов менән Виолетта Шумиловалар! Уларға «Йәншишмә» гәзите редакцияһының бүләктәре алып барып тапшырыласаҡ.
Күптәнге дуҫыбыҙ булған уҡытыусы Илһам Латиповҡа ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ул да йыл һайын беҙгә дөрөҫ яуап­тарын ебәреп тора.

ШАХ БАБАЙ.
Читайте нас: