-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
28 Июнь 2019, 12:39

Нимә ул мередит?

Фигуралар һаны 12-нән артмаған шахмат мәсьәләһе. Ғәҙәттә, ике йөрөшлө генә була. Әйҙәгеҙ, шундай бер мәсьәләне сисеп ҡарайыҡ. Аҡтар башлай һәм ике йөрөштән мат ҡуйырға тейеш. Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Кре7, Фd1, Лс8, Ле1, Ке2, Кһ3, пd3 (7 фигура), ҡаралар – Кре5, Сd4, ппс5, g4, g6 (5 фигура). Был мередиттың авторы – Е. Раков (Санкт-Петербург). Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: аҡтар тәүге йөрөшөндә бер фигураһын юғалта.

Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ

(«Йәншишмә» №21, 24 май, 2019 йыл.)

Туғыҙынсы мәсьәлә

1. Лf3 – f2 Крg1 – һ2

2. Лf2 – d2 Крһ2 – g1

3. Сg2 – f3 Крg1 – f1

4. Лd2 – d1х.

Унынсы мәсьәлә

1. d6 – d7 Крd4 – d5

2. d7 – d8К! Крd5 – d4

3. Кd8 – е6+ Крd4 – d5

4. Ке6 – f4+ Крd5 – d4

5. е2 – е3х. Идеаль мат.


Был мәсьәләләргә дөрөҫ яуаптарҙы Илвир МӘЖИТОВ, Ришат МӘХМҮТОВ, Данил ШӘЙӘХМӘТОВ (Арсен), Салауат УРАЗАЕВ, Эльза ҠЫУАНДЫҠОВА, Нурия ТҮЛЕБАЕВА, Искәндәр БИРҘЕҒОЛОВ, Азат ДАУЫТОВ, Лилиә АҠСУРИНА (башҡорт интернат-гимназияһы), Любава ЛИПСКАЯ, Алёша АНФИЛОВ, Айгизәр ЙӘМҒОРОВ, Сәмирә БУРАН­ҒОЛОВА (Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәп), Регина САДИҠОВА, Даян ҠӘҘЕРБӘКОВ, Рәил САДИҠОВ, Алина ИСКӘНДӘРОВА, Зарина БАЙГИЛДИНА, Арыҫлан ИСКӘНДӘРОВ, (2-се мәктәп, Иҫәнғол, Ейәнсура), Ярослав БЫКОВ (Күмертау), Ильяс ҮҘӘНБАЕВ (Иҫке Собхан­ғол, Бөрйән), Тимур ХӘСӘНОВ (Килмәк, Учалы), Ваня МИРАСОВ, Дим ӘФЛӘТҮНОВ, Виолетта ШУМИЛОВА (49-сы мәктәп, Өфө ҡалаһы) һәм конкурс­тан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы Ил­һам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡый­ғы) ебәргән.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
2019 йылдың ғинуарынан майға тиклем барған бәйгегә лә йомғаҡ яһар ваҡыт етте. Бына кемдәр еңеүсе булды: Ейәнсуранан Илвир МӘЖИТОВ, Ришат МӘХМҮТОВ, Данил ШӘЙӘХМӘТОВ, Салауат УРАЗАЕВ, Эльза ҠЫУАНДЫҠОВА, Нурия ТҮЛЕБАЕВА, Искәндәр БИРҘЕҒОЛОВ, Азат ДАУЫТОВ, Лилиә АҠСУРИНА, Любава ЛИПСКАЯ, Алёша АНФИЛОВ, Айгизәр ЙӘМ­ҒОРОВ, Сәмирә БУРАНҒОЛОВА, Регина һәм Рәил САДИҠОВтар, Зарина БАЙГИЛДИНА, Алина һәм Арыҫлан ИСКӘНДӘРОВтар, Даян ҠӘҘЕРБӘКОВ, Бөрйәндән Ильяс ҮҘӘНБАЕВ, Учалынан Тимур ХӘСӘНОВ, Күмертауҙан Ярослав БЫКОВ, Өфө ҡалаһынан Дим ӘФЛӘТҮНОВ, Ваня МИРАСОВ, Виолетта ШУМИЛОВАлар! Был йәш шахматсылар бөтә ун мәсьәләгә лә дөрөҫ яуап ебәрҙе. Уларға «Йәншишмә» гәзите редакцияһының Почёт грамотаһы һәм бүләктәре тапшырыласаҡ.

Күптәнге тоғро дуҫыбыҙ булған Илһам Латиповҡа ла рәхмәт әйтке килә. Ул да беҙҙе дөрөҫ яуаптары менән ҡыуандырып торҙо.


ШАХ БАБАЙ.
Читайте нас: