+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
20 Сентябрь 2019, 14:10

Башланды!

Яңы уҡыу йылы башланды. Тимәк, ҡәҙерле йәш шахматсылар, шахмат бәйгеһен иғлан итергә лә ваҡыт етте.

Һеҙгә 10 мәсьәлә, күберәген миниатюралар (фигуралар һаны 7-нән артмай) һәм мередиттар (фигуралар һаны 12-нән артмай), тәҡдим ителәсәк. Йә, нисек, бәйгегә әҙерһегеҙме?

Мәсьәләләрҙе сисеүгә 15 көн ваҡыт бирелә. Тулы яуаптарығыҙ менән бергә адресығыҙҙы, исем-фамилияғыҙҙы, ҡайһы мәктәптә, нисәнсе синыфта уҡыуығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ, йәме.

Конкурс декабрь аҙаҡтарынаса барасаҡ. Ә йомғаҡ 2020 йылдың ғинуарында яһаласаҡ.

Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Читайте нас: