Аҡтар башлай ҙа был юлы өс йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Kpe4, Фd4, Сd8 (3 фигура), ҡаралар – Kpc2 (1 фигура).
Был мәсьәләне Н. Власенко (Петрозаводск) төҙөгән. Сиселеш бер аҡ фигураның тыныс ҡына йөрөшөнән башлана. Ике вариантты күрһәтергә кәрәк.
Аҡтар башлап, өс йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Kpc5, Фe2, Сd7 (3 фигура), ҡаралар – Kpb7, ппa6, a7, e5, g5 (5 фигура).
Мәсьәләнең авторы – билдәле Америка проблемисы Отто Вюрцбург. Аҡтар оҙон йөрөшлө һөжүм башлай. Сиселештең төп вариантында улар иң төп көсөн – ферзде юғалта.
Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ
(«Йәншишмә» №38, 20 сентябрь, 2019 йыл)
1. Лg2 – h2! Ҡурҡыныс янай.
1.... Сe8 ~ (теләһә ниндәй йөрөш)
1..... Ca6 ~ (теләһә ниндәй йөрөш)
Бөтә мәсьәләләргә дөрөҫ яуаптарҙы Владик БАСХАНОВ, Роберт БИКБАЕВ, Илвир МӘЖИТОВ, Ришат МӘХМҮТОВ, Данил ШӘЙӘХМӘТОВ (Арсен), Салауат УРАЗАЕВ, Эльза ҠЫУАНДЫҠОВА, Нурия ТҮЛЕБАЕВА, Искәндәр БИРҘЕҒОЛОВ, Азат ДАУЫТОВ, Лилиә АҠСУРИНА, Йүнир ҠЫУАТОВ, Айсулпан ВАҺАПОВА (башҡорт интернат-гимназияһы), Любава ЛИПСКАЯ, Алёша АНФИЛОВ, Айгизәр ЙӘМҒОРОВ, Сәмирә БУРАНҒОЛОВА, Тимур НОҒОМАНОВ (Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәп), Регина һәм Рәил САДИҠОВТАР, Даян ҠӘҘЕРБӘКОВ, Алина һәм Арыҫлан ИСКӘНДӘРОВТАР, Зарина БАЙГИЛДИНА (2-се мәктәп, Иҫәнғол, Ейәнсура), Максим ГӘРӘЕВ (Өфө, 47-се мәктәп), Ярослав БЫКОВ (Күмертау, 6-сы мәктәп) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.