Был бәйгелә лә һеҙгә, йәш шахматсылар, 10 мәсьәлә, күберәген миниатюралар, мередиттар, тәҡдим ителәсәк. Яуаптарығыҙҙы редакцияға һуңлатмай 20 көн эсендә яҙып ебәрергә тырышығыҙ.
Хатығыҙҙа тулы исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, нисәнсе синыфта, ҡайһы мәктәптә уҡыуығыҙҙы күрһәтергә онотмағыҙ, йәме.
Еңеүселәргә редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.
Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крс7, Фһ1, Лg2, Сf4, Кd8, пе3 (6 фигура), ҡаралар – Кре4 (1 фигура).
Миниатюраның авторы – Георгий Ибулаев (2009).
Аҡтар башлап, был юлы ла ике йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.
Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крһ8, Фе3, Êg7, пf3 (4 фигура), ҡаралар – Êðg6, пf6 (2 фигура).
Был мәсьәләне Юрий Жарков төҙөгән (2009).
Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ
(«Йәншишмә» №51, 20 декабрь, 2019 йыл.)
Аҡтарҙың ике генә фигураһы ҡала, ләкин:
Был ике мәсьәләгә лә дөрөҫ яуаптарҙы Владик БАСХАНОВ, Роберт БИКБАЕВ, Илвир МӘЖИТОВ, Ришат МӘХМҮТОВ, Данил ШӘЙӘХМӘТОВ (Арсен), Салауат УРАЗАЕВ, Эльза ҠЫУАНДЫҠОВА, Искәндәр БИРҘЕҒОЛОВ (башҡорт интернат-гимназияһы), Любава ЛИПСКАЯ, Алёша АНФИЛОВ, Айгизәр ЙӘМҒОРОВ (Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәп), Регина һәм Рәил САДИҠОВтар, Даян ҠӘҘЕРБӘКОВ, Алина ИСКӘНДӘРОВА (2-се мәктәп, Иҫәнғол, Ейәнсура), Максим ГӘРӘЕВ (Өфө, 47-се мәктәп) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) ебәргән.
2019 йылдың сентябренән декабргә тиклем барған бәйгегә йомғаҡ яһалды. Бына кемдәр еңеүсе булды: Ейәнсуранан Владик Басханов, Роберт Бикбаев, Илвир Мәжитов, Ришат Мәхмүтов, Данил Шәйәхмәтов, Салауат Уразаев, Эльза Ҡыуандыҡова, Искәндәр Бирҙеғолов, Любава Липская, Алёша Анфилов, Айгизәр Йәмғоров, Регина һәм Рәил Садиҡовтар, Даян Ҡәҙербәков, Алина Искәндәрова һәм Өфөнән Максим Гәрәевтәр. Улар гәзитебеҙҙә бирелгән ун мәсьәләгә дөрөҫ яуап ебәрҙе. Был йәш шахматсыларға «Йәншишмә»нең бүләктәре алып барып тапшырыласаҡ.
Гәзитебеҙҙең айырылмаҫ дуҫы булған уҡытыусы Илһам Латиповҡа ла рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул да йыл һайын беҙгә дөрөҫ яуаптарын ебәреп тора.